12:30 (UTC+5), 23 Декабря 2011

Башҡортостандың Контроль-иҫәп палатаһы – Рәсәйҙә иң яҡшылар иҫәбендә

Галина Бахшиева
Рәсәйҙәге Контроль-иҫәп органдары ассоциацияһының яҡынса һөҙөмтәләре буйынса, Башҡортостандың Контроль-иҫәп палатаһы 2011 йылда иң яҡшы унау иҫәбенә инде. Һуңғы йомғаҡтар алдағы йылдың мартында яһаласаҡ.
— Уғаса позицияларыбыҙҙы нығытырбыҙ ғына, тип ышанам. 2012 йылда Башҡортостандың Контроль-иҫәп палатаһы эшмәкәрлеге контроль һәм эксперт-аналитик сараларын үткәреү сифатын яҡшыртыуға, шулай уҡ республиканың Финанс министрлығы менән бергә тикшереүҙәр үткәреү тәжрибәһен үҫтереүгә йүнәлтеләсәк. Бынан тыш, беҙ Иҫәп палатаһы һәм Рәсәйҙәге Контроль-иҫәп органдары ассоциацияһы менән хеҙмәттәшлек итеүҙе үҫтереү һәм нығытыу, шулай уҡ республиканың матди һәм финанс ресурстары менән идара итеү системаһында коррупция күренештәрен асыҡлау буйынса хоҡуҡ һаҡлау органдары менән килешеп эш итеү буйынса эш тәҡдим итмәксебеҙ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Республикаһы Контроль-иҫәп палатаһының йомғаҡлау ултырышында уның рәйесе Салауат Харасов.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика