07:20 (UTC+5), 23 Декабря 2011

Башҡортостан предприятиелары тәбиғәтте һаҡлауға йүнәлтелгән сараларға 34 млн һум самаһы аҡса күсергән

Галина Бахшиева
Республика предприятиелары быйыл Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең БР буйынса идаралығы дәүләт инспекторҙары күрһәтмәләрен үтәү маҡсатында йәки суд органдары ҡарарҙары буйынса тәбиғәтте һаҡлауға бәйле сараларға 34 миллион һум самаһы аҡса йүнәлткән.
«Башинформ» агентлығына Идаралыҡтың матбуғат секретары Антон Волковтың хәбәр итеүенсә, йыл дауамында Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең БР буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре 180-дән ашыу тикшереү үткәргән. Шуларҙың 100-ҙән ашыуы планда ҡаралған, 80 самаһы – пландан тыш тикшереү.
Контроль саралар барышында 1159 объект һәм 868 рөхсәт биреүсе документтар тикшерелгән. Һөҙөмтәлә 200 ҡағиҙә боҙоу асыҡланған, шуларҙың 199-ы, йәғни 99,5 проценты бөтөрөлгән. 160-ҡа яҡын юридик шәхес, 230-ҙан ашыу вазифалы кеше һәм 17 граждан административ яуаплылыҡҡа тарттырылған.
— Контроль саралар һөҙөмтәһендә 2011 йылда тәбиғәтте һаҡлауға ҡағылышлы закондарҙы боҙған граждандарға 7 миллион 680 мең һум күләмендә штраф һалынған. Штрафтарҙың барыһы ла түләтелгән. Бына тыш, 3 миллион 900 мең һумдан ашыу суммалағы тирә-яҡ мөхитте бысратыуҙан күрелгән зыян ҡаплатылған, — тип һүҙен йомғаҡланы Антон Волков.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика