Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.78
0
98.03
0
83.47
+0.03
4+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
23 Декабрь 2011, 12:24

«Альстом РусГидро Энерджи» яңы интеллектуаль продукт тәҡдим итте

«Альстом Русгидро Энерджи» берлектәге яңы предприятиеһы кисә, 22 декабрҙә, мониторинг һәм электростанциялар ҡорамалдары хәүефһеҙлеге өсөн тәғәйенләнгән күп маҡсатлы диагностик комплекс менән таныштырҙы. Ул Башҡортостан территорияһында 20 декабрҙә теркәлгән.
«Альстом» менән «РусГидро» компаниялары төбәктә заманса гидроэнергетика ҡорамалдары етештереүсе завод төҙөү буйынса берлектәге пилот проектын тормошҡа ашыра. Ул республикала ойошторолоусы энерготехник технологиялар технопаркының составына инәсәк. 2010 йылдың декабрендә Рәсәй һәм Францияның премьер-министрҙары алдында ҡул ҡуйылған килешеүгә ярашлы, берлектәге предприятие 2011 йылда үҙенең беренсе продуктын күрһәтергә тейеш ине. Бөгөн уның презентацияһын «РусГидро» идараһы рәйесенең тулы хоҡуҡлы вәкиле Александр Кушвид үткәрҙе.
Яңы технопарктың төп резиденты булараҡ, Александр Кушвид яңы интеллектуаль продукт менән таныштырҙы. Был технологик процестар менән автоматлаштырылған идара итеү системаһы электр станцияларының әйләнмә ҡорамалдарын диагностикалау һәм уның эшмәкәрлеген тикшереү өсөн тәғәйенләнгән.
Яңы ҡорамал бихисап электр станцияларының хәүефһеҙлеген һәм ышаныслылығын күтәрергә тейеш. Төп маҡсаты — хәүефһеҙлекте тәьмин итеү, диагностика һәм артабан ремонтты дөрөҫ планлаштырыу, шулай уҡ кеше факторын кәметеү.
Яңы технопаркка яҙғыһын нигеҙ һалынасаҡ.
— Проект идеяһы бер йыл элек билдәләнгәйне, бөгөн беҙ уның аныҡ һөҙөмтәләрен күрәбеҙ, — тип билдәләне БР Хөкүмәте вице-премьеры, сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министры Марат Мөлөков. — Тиҙҙән яңы предприятиеға тәүге нигеҙ ташы һалынасаҡ, уның төп резиденты — «Альстом» компанияһы. Уның тирәләй энергияны һаҡсыл файҙаланыусы ҡорамалдар етештерәсәк тағы бер нисә предприятие булдырыласаҡ.
Ике яҡ өсөн дә файҙалы хеҙмәттәшлектең иҡтисади һөҙөмтәһен күрһәтер өсөн Марат Мөлөков «РусГидро» компанияһының республика бюджетына капитал һалыуын миҫал итеп килтерҙе. Предприятие түләгән һалымдар суммаһы миллиард һумға еткән.
Завод төҙөлөшө 2013 йылда тамамланасаҡ. Ул ваҡытта Кубандәге ГЭС-тар каскады өсөн тәүге ике агрегат та сығарыласаҡ. 2016 йылда предприятие проект ҡеүәтенә сығырға тейеш.
Александр Кушвид әйтеүенсә, заводта 500-гә яҡын кеше эшләйәсәк. Производствоға инвестициялар күләме — 100 млн евронан ашыу. Проект өҫтөндә эш ҡайнай. Был проект бөгөндән үк заводтың тәүге продукцияһына һатып алыусыларҙың булыуы менән ҡыҙыҡлы.
Хәтерегеҙгә төшөрәйек, был предприятиела «РусГидро» компанияһына — 51%, «Альстом»ға 49% тура килә. Структура төҙөлөшөнә килгәндә, бындай заводтар төҙөү буйынса ғәйәт ҙур тәжрибәһен иҫәпкә алып, менеджмент һәм операциялар менән идара итеү «Альстом»ға тапшырылған. Француз компанияһы Рәсәй бөгөн ихтыяжлыҡ кисергән стандарттар һәм компетенцияларҙы ҡулланыуға индерергә тейеш.
Автор:Ғәлиә Нәбиева | фото: Олег Яровиков
Читайте нас: