07:18 (UTC+5), 22 Декабря 2011

Республиканың урман хужалығы өлкәһенә инвестициялар талап ителә

Әлфиә Шәрәфетдинова
Башҡортостанға ағас эшкәртеү буйынса инвестицион проекттар талап ителә. Тәү сиратта был юғары өҫтәмә хаҡлы продукция етештереүгә ҡағыла.
— Ылыҫлы ағасты эшкәртеү өсөн күп көс талап ителмәй, - тип белдерҙе республика Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов, «Ижтимағи электрон гәзит»кә мөрәжәғәт итеүсенең төбәктә урман хужалығы өлкәһен үҫтереүгә ҡағылышлы һорауына яуап биреп. – Беҙгә иһә Башҡортостандағы ағас запасының ҙур өлөшөн тәшкил иткән йомшаҡ япраҡлы ағастарҙы эшкәртеүгә йүнәлтеү зарур. Бының өсөн бер нисә инвестор, шул иҫәптән сит илдәгеләре менән һөйләшеүҙәр алып барабыҙ.
Азамат Илембәтов, бөгөнгө көндә Башҡортостанда диләнкәләрҙең ҙур булмаған өлөшө - туғыҙ миллиондан 2,5 миллион кубометры ғына үҙләштерелә, тип билдәләне.
— Аукциондарҙа ҡатнашыу, урманды ҡуртымға биреү буйынса аныҡ ҡағиҙәләр кәрәк. Бөтә инвесторҙар ҙа урмандарҙы үҙләштереү һәм тергеҙеү буйынса үҙ өҫтөнә алған йөкләмәләрҙе тулыһынса үтәргә тейеш. Урман – стратегик ресурс,һәм уны һөҙөмтәле файҙаланырға кәрәк, - тине Премьер.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика