70.86
0
82.5
0
85.66
+1.05
5+ °C
Облачно
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
21 Декабрь 2011, 10:51

Яҙғыһын Өфөнән Прагаға даими рейс асыласаҡ

2012 йылдың 25 мартынан ғәмәлгә инәсәк «Өфө» аэропортының йәйге осоштар теҙмәһендә Чехияның баш ҡалаһы Прагаға даими рейстар планлаштырылған. Уларҙы аҙнаһына ике-дүрт тапҡыр «Czech Airlines» авиакомпанияһы башҡарасаҡ.
Өфө чех авиакомпанияһының даими рейстары өсөн Рәсәйҙәге алтынсы йүнәлеш буласаҡ. Әлеге ваҡытта Мәскәүгә, Санкт-Петербургҡа, Екатеринбург, Һамар, Дондағы Ростовҡа осоштар башҡарыла.
«Прага – Өфө – Прага» маршрутын ойоштороу өсөн быйыл Башҡортостан Хөкүмәте, «Өфө» халыҡ-ара аэропорты» һәм «Czech AirLines» авиакомпанияһы вәкилдәре ҡатнашлығында һөйләшеүҙәр үткәрелгән.
«Өфө» халыҡ-ара аэропорты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең йәмәғәтселек менән бәйләнештәр буйынса әйҙәүсе белгесе Таһир Мөхәмәтшиндың билдәләүенсә, был яҡын арала үҙләштереләсәк берҙән-бер йүнәлеш түгел. БДБ илдәренең баш ҡалаларына, мәҫәлән, Киев менән Минскиға, тура рейстар асырға кәрәк. Әйткәндәй, иртәгәнән Баҡыға тура рейс асыла.
Автор:Любовь Колоколова