Республика аграрийҙары 2,5 млрд һумлыҡ техника һатып алған
Быйыл республика аграрийҙары ауыл хужалығы техникаһы һатып алыу өсөн дәүләттән ҙур ярҙам алды. Туғыҙ айҙа ауыл эшсәндәре 2,5 миллиард һумдан ашыу суммаға 2566 техника берәмеге һатып алған. Был күрһәткестәрҙе 2012 йылда ауыл хужалығы техникаһы менән тәьмин итеүҙе һәм техниканы хеҙмәтләндереүҙе ойоштороуға арналған республика кәңәшмәһендә БР ауыл хужалығы министры урынбаҫары Рөстәм Зәйнуллин уҡып ишеттерҙе.
БР Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, ағымдағы йыл аҙағына тиклем был һан тағы ла артасаҡ һәм өс миллиард һумдан ашыу суммалыҡ өс мең самаһы техника берәмегенә етәсәк. Ауыл халҡы өсөн шуныһы ҡыуаныслы: был техника хаҡының 40 процентын республика бюджеты ҡаплай.