08:25 (UTC+5), 21 Декабрь 2011

Азамат Илембәтов: «Рәсәйҙең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеүе Башҡортостан иҡтисадына ыңғай йоғонто яһаясаҡ»

Людмила Терновая
Рәсәй Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына ингәндән һуң да Башҡортостан предприятиелары әүәлгесә юғары кимәлдә эшләүен дауам итәсәк. Республика Хөкүмәте Премьер министры Азамат Илембәтов «Ижтимағи электрон гәзит» сайты ҡулланыусылары менән онлайн-конференция ваҡытында шундай фекерен белдерҙе.
— Башҡортостан предприятиелары донъя күләмендәге конкурентлыҡ мөхитенә эләгә, — тип билдәләне Премьер-министр. — Предприятиеларҙың бер өлөшөнөң - уңышлыраҡ, икенселәренең насарыраҡ конкурентлыҡ итәсәге аңлашыла. Дөйөм алғанда Рәсәйҙең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеүе республикабыҙ иҡтисадына ыңғай йоғонто яһаясаҡ, тип уйлайым. Эш дауамында беҙ ниндәй һорауҙар барлыҡҡа килеүенә ҡарап, уларҙы айырым хәл итәсәкбеҙ. Бының өсөн беҙҙең предприятиеларға яңы иҡтисади шарттарҙа уңышлы эшләргә мөмкинлек бирәсәк программалар әҙерләү планлаштырыла. Был фонда барыбыҙға ла яҡшы таныш «Үҙебеҙҙең етештереүселәргә ярҙам итәйек» лозунгыһы көнүҙәк буласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика