08:35 (UTC+5), 20 Декабря 2011

Азамат Илембәтов Рәсәй Бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһы рәйесе урынбаҫары Нина Кузьмина менән осрашты

"Башинформ" | фото: Олег Яровиков
20 декабрҙә Өфөлә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов Рәсәй Бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһы рәйесе урынбаҫары Нина Кузьмина менән осрашты.
Нина Кузьмина Өфөгә «Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһының «Лайыҡлы хеҙмәт» концепцияһын төбәк һәм муниципаль кимәлдәрҙә тормошҡа ашырыу» форумында ҡатнашыу өсөн килгән.
— Рәсәй Бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһы алдағы өс йылда «Лайыҡлы хеҙмәт» дөйөм Рәсәй концепцияһын әҙерләү маҡсатын ҡуя, - тине Нина Кузьмина. - Ә Башҡортостанда беренселәрҙән булып бындай концепция тормошҡа ашырыла башланы ла инде. Беҙҙең өсөн был баһалап бөткөһөҙ тәжрибә.
Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһы рәйесе Әмирхан Сәмерханов ҡатнашлығындағы осрашыу барышында шулай уҡ яңы эш урындарын булдырыу һәм эш хаҡын түләү буйынса бурыстарҙы бөтөрөү мәсьәләләре тикшерелде.
— Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш хаҡы буйынса бурыстарҙы бөтөрөү һәм республика предприятиеларында һәм ойошмаларында йыл һайын эш хаҡын 15 проценттан алып арттырыуға өлгәшеү бурысын ҡуйҙы, - тине Азамат Илембәтов. – Был мәсьәләләрҙе беҙ һәр ваҡыт контролдә тотабыҙ. Быйыл бюджет өлкәһендә эшләүселәргә эш хаҡы ике тапҡыр арттырылды, социаль өлкәлә эшләүселәргә матди ярҙам күрһәтеү буйынса башҡа төрлө саралар ҙа күрелә.
Осрашыуҙа эшләүсе граждандарҙы һәм уларҙың балаларын сәләмәтләндереү, ялын ойоштороу мәсьәләләре лә тикшерелде. Нина Кузьмина билдәләүенсә, Рәсәй Бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһының балалар ялы буйынса яңыраҡ үткәрелгән ултырышында Башҡортостан был өлкәлә ыңғай тәжрибә һаҡлап ҡалыусы төбәктәр араһында билдәләнгән. Был хаҡта республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика