13:28 (UTC+5), 19 Декабря 2011

«Рәсәй иҡтисады лидерҙары»-2012 премияһына дәғүә итеүселәрҙән заявкалар ҡабул ителә башланы

Любовь Колоколова
Бизнес һәм эшҡыуарлыҡ өлкәһендәге «Рәсәй иҡтисады лидерҙары» милли премияһының ойоштороу комитеты наградаларға дәғүә итеүселәрҙән заявкалар ҡабул итә башланы.
«Рәсәй иҡтисады лидерҙары» премияһына Рәсәй Федерацияһында теркәлгән һәм эшләгән бөтә төр милек формаһындағы предприятиелар, ойошмалар, учреждениелар һәм уларҙың хужалары дәғүә итә ала.
Еңеүселәр һигеҙ номинацияла билдәләнәсәк.
«Рәсәй иҡтисады лидерҙары» премияһы 2004 йылда Рәсәй Федерацияһы Президенты һәм Хөкүмәте менән ҡуйылған һәм Рәсәй иҡтисадын үҫтереүгә йүнәлтелгән бурыс һәм маҡсаттарға ирешеүгә булышлыҡ итеү ниәте менән булдырылған. Премия булдырылғандан алып уға Рәсәйҙә эшләгән меңдән ашыу етәксе һәм хеҙмәт коллективы, шулай уҡ сәнғәт һәм мәғарифтың билдәле хеҙмәткәрҙәре лайыҡ булған.
Лауреаттарҙы наградлау тантанаһы 2012 йылдың июнендә үтәсәк. Өҫтәмә мәғлүмәт менән премияның рәсми сайтында (www.eleaders.ru) танышырға була.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика