09:02 (UTC+5), 16 Декабря 2011

Рәсәйҙә бензин арзаная, ә тоҙ һәм һарыҡ ите ҡыйбатлана

Ғәлиә Нәбиева
Уҙған аҙнала Рәсәйҙә йомортҡаға — 1,8 процентҡа, таҙартылмаған туңдырылған балыҡҡа, сосискалар һәм сарделькаларға, тоҙ менән һарыҡ итенә 0,4-0,7 процентҡа хаҡ артты. Шул уҡ ваҡытта ҡарабойҙай — 2,1 процентҡа, тары — 2,0 процентҡа, шәкәр ҡомо 1,2 процентҡа арзанайҙы. Росстат уҙған аҙнаға ҡулланыусылар хаҡтары индексын билдәләне.
Рәсми статистикаға ярашлы, 6 декабрҙән 12-һенә тиклем ҡулланыусылар хаҡтары индексы — 100,1 процентты, ай башынан алып — 100,2 процентты, йыл башынан алып 105,9 процентты тәшкил иткән. Икенсе төрлө әйткәндә, хаҡтар 1 декабрҙән 0,2 процентҡа күтәрелгән.
Витаминлы продукция ла ҡыйбатлана башланы. Миҫал өсөн, бер аҙнала йәшелсә-емеш продукцияһына хаҡтар артыуы уртаса алғанда — 0,4 процентты, шул иҫәптән кәбеҫтәгә — 1,2 процентты, кишер һәм картуфҡа 0,7 һәм 0,5 процентты тәшкил итте.
Шул уҡ ваҡытта автомобиль бензинына 0,2 процентҡа хаҡтар кәмегән, ә дизель яғыулығына, киреһенсә, 0,2 проценҡа артҡан.
Хәтерегеҙгә төшөрәйек, Росстат Рәсәйҙең 271 ҡалаһында иң мөһим тауарҙар һәм хеҙмәттәрҙең 62 төрөнә хаҡтарҙы теркәп бара.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика