Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.89
-0.02
91.12
-0.38
70.69
+2.05
16+ °C
Ясна
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
16 Декабрь 2011, 11:41
Халыҡ мәшғүллеге хеҙмәтендә йыл башынан алып 211 мең вакансия күрһәтелгән
Йыл башынан алып республиканың халыҡты эш менән тәьмин итеү хеҙмәтенә Башҡортостан предприятиелары һәм ойошмалары менән 211 мең вакансияға заявка бирелгән. Былтыр иһә ошо уҡ ваҡытта 167 мең буш эш урыны теркәлгән булған.
Быйыл ноябрҙә мәшғүллек органдарында күрһәтелгән вакансиялар иҫәбе 17 меңдән ашыу берәмеккә еткән. Әлеге мәлдә төбәктәге 82 проценттан ашыу вакансиялар эшсе һөнәрҙәренә тура килә. Вакансиялар банкындағы эш урындарының 80 процентында йәшәү минимумынан юғарыраҡ хеҙмәт хаҡы тәҡдим ителә.
Көсөргәнешлек коэффициенты йәки эшһеҙҙәр менән вакансиялар нисбәте республикала әле бергә тиң. Өфөлә ул – 0,8 процентты, республикалағы башҡа ҡалаларҙа – 0,9-ҙы, ауыл райондарында 1,8 процентты тәшкил итә.
Автор:
Галина Бахшиева
Теги:
халыҡ мәшғүллеге
хеҙмәт баҙары
Читайте нас: