13:28 (UTC+5), 16 Декабрь 2011

Өфөнө ҡышҡы ит йәрминкәләре көтә

Ғәлиә Нәбиева
Алдағы ял көндәрендә баш ҡаланың туғыҙ майҙанында ҡышҡы йәрминкәләр үтәсәк, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының мабуғат хеҙмәтенән. Башҡортостандың 40 районынан ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәренең килеүе көтөлә.
Йәрминкәләрҙә ит-һөт продукттары, бал, он һәм ярма изделиелары, кондитер изделиелары һәм башҡалар тәҡдим ителәсәк.
Йәрминкәләрҙә ҡатнашыу өсөн баш ҡалаға 1080 автомашина килергә тейеш. Дим районында ит йәрминкәһе Хәҡиҡәт урамының бер өлөшөндә автомобилдәр хәрәкәтен ябып, Таллин урамынан алып Муса Йәлилгә тиклемге арала ойоштороласаҡ. Бында 250 автомашинаның килеүе көтөлә. Калинин районындағы йәрминкәләр «Ауыл хужалығы йәрминкәһе» һәм «Шаҡша» сауҙа комплекстары янында үтәсәк. Киров районында ит йәрминкәләре, ғәҙәттәгесә, әүәлге «Аврора» кинотеатры алдында ойошторола. Ленин районында сауҙа Киров урамындағы «Баштехинформ» республика ғилми-техник һәм мәғлүмәт комплексы алдындағы майҙанда, шулай уҡ Әхмәтов урамындағы «Тулҡын» скверында йәйелдереләсәк.
Орджоникидзе районында халыҡты – «Йүрүҙән» сауҙа үҙәге алдында, Октябрь районында – СССР-ҙың 50 йыллығы урамында (Р.Зоргенан алып Октябрь проспектына тиклем), Совет районында Йәштәр мәҙәниәт һарайы алдында көтәләр.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика