09:14 (UTC+5), 15 Декабря 2011

Яңы йылға әҙерләнгән шыршылар алдағы шәмбелә һатыуға сығарыласаҡ

Галина Бахшиева
БР Урман хужалығы министрлығы ҡарамағында бер нисә дәүләт унитар предприятиелары Яңы йылға әҙерләнгән шыршыларҙы Өфөгә алдағы йыл көндәрендә үк алып киләсәк. Шулай итеп, шәмбе, 17 декабрҙә, Спорт һарайы һәм Йәштәр һарайы алдындағы майҙандарҙа ауыл хужалығы йәрминкәләре үтәсәк. Биш предприятие — «Нуриман урманы», «Иглин урманы», «Ҡалтасы урманы», «Стәрлетамаҡ урманы» дәүләт унитар предприятиелары һәм «Урман янғындарын иҫкәртеү үҙәге» дәүләт бюджет учреждениеһы 1500-ҙән ашыу урман һылыуын алып киләсәк.
Халыҡ үҙе теләгән ағасты һайлап ала аласаҡ. Аҡ шыршы - 170-200 һумдан, ҡарағай – 120 - 170 һумдан, шыршы 100-150 һумдан һатыласаҡ.
— Бөгөнгө көндә дәүләт унитар предприятиелары 11 мең 500-ҙән ашыу шыршы, 60 мең самаһы ҡарағай һәм 27 мең аҡ шыршы әҙерләгән. Яңы йылға йәмғеһе 206 мең ағас әҙерләнәсәк. Яңы йыл шыршыларын һатыу буйынса «Мәләүез урманы» алдынғы урында. Был предприятие хеҙмәткәрҙәре менән әле 585 мең һумлыҡ продукция һатылған. Уларҙан һуң «Йылайыр урманы» килә, әлеге көндә улар 576 мең һум аҡса эшләгән. 470 һәм 400 мең һумға шыршылар һатҡан «Стәрлетамаҡ урманы» менән «Белорет ураманы» — өсөнсө һәм дүртенсе урында, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына министрлыҡтың матбуғат секретары Айбулат Ғәйнуллин.
Ҡағиҙә булараҡ, Яңы йыл сауҙаһының ҡыҙған осоро 20 - 31 декабргә тура килә. Яңы йыл кампаниялары һөҙөмтәһендә дәүләт унитар предприятиеларының табышы 13 млн һум күләменә етергә ейеш, тип фаразлана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика