Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.19
+0.39
90.79
+0.05
62.51
+0.52
-6 °C
Ҡар
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
15 Декабрь 2011, 14:42
Эшһеҙ ир-егеттәргә ҡарағанда Башҡортостанда эшһеҙ ҡатын-ҡыҙҙар күберәк
Башҡортостанда әүәлгесә ир-егеттәргә ҡарағанда эшһеҙ ҡатын-ҡыҙҙар күберәк. Бөгөнгө көндә улар республикала 62 процент самаһы. Ир-егеттәр – 38 проценттан аҙ ғына күберәк.
Шуларҙың 24 проценты рәсми рәүештә мәшғүллек хеҙмәттәрендә иҫәптә торған эшләмәгән йәштәр өлөшөнә тура килә. Пенсия йәшенә етеп килгәндәр иҫәбе уларҙың составында – 10 процент самаһын, инвалидтар 7,5 процентты тәшкил итә.
Эшһеҙҙәр структураһында яртыһын тиерлек (48 процент самаһы) үҙ теләге менән эштән киткәндәр тәшкил итә. Тағы ла 23,5 проценты – ойошмалары ябылыуы йәки штат ҡыҫҡартылыуы арҡаһында эшһеҙ ҡалғандар.
Башҡортостандың Халыҡты эш менән тәьмин итеү дәүләт хеҙмәте идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, йыл башынан алып эшһеҙҙәр һаны 12 меңгә тиерлек кәмегән. Әлеге ваҡытта төбәктә рәсми рәүештә теркәлгән 28 мең самаһы граждан иҫәпләнә. Теркәлгән эшһеҙҙәрҙең күбеһе – ҡала кешеләре (62 процент).
Автор:
Галина Бахшиева
Теги:
хеҙмәт баҙары
Читайте нас