06:09 (UTC+5), 14 Декабря 2011

Йыл аҙағынаса Өфөлә 220 урынлыҡ яңы балалар баҡсаһы асыласаҡ

Рәсүл Хәмиҙуллин
Ағымдағы йылда Өфөлә капиталь төҙөлөш буйынса ҡала адреслы программаһын тормошҡа ашырыуға 220 миллиард һум ҡаралған. Был хаҡта мэрияла үткән матбуғат хеҙмәтендә Өфө хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Владислав Никитин хәбәр итте.
Уның һүҙҙәренсә, һаулыҡ һаҡлау учреждениеларын реконструкциялау дауам итә. Атап әйткәндә, 13-сө ҡала клиник дауаханаһында поликлиника, Өфөнөң Орджоникидзе районында табиптар офисын төҙөү буйынса эштәр алып барыла.
— Мәктәп һәм мәктәпкәсә белем биреү объекттарына ҙур иғтибар бүленә, - тине Владислав Никитин. – Шулай итеп, ағымдағы йылда «Ҡариҙел» биҫтәһендә 80 урынлыҡ балалар баҡсаһы сафҡа индерелде. Яңы уҡыу йылы башланыуға Сипайлово, Инорс һәм Дим райондарында бер нисә балалар баҡсаһы төҙөлдө. Улар 150 урынға иҫәпләнгән. Шулай уҡ йыл аҙағынаса Чернышевский урамында 220 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлөшөн тамамлау планлаштырыла.
2012 йылда асыласаҡ башҡа мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларын төҙөү ҙә планда ҡаралған. Бынан тыш, 102-се Башҡорт гимназияһын реконструкциялау буйынса эштәр алып барыла.
Спорт объекттарына килгәндә, ағымдағы йылдың ноябрендә 650 кешегә иҫәпләнгән «Уфа-Арена» универсаль спорт аренаһының икенсе сираты сафҡа индерелде. «Южный» биҫтәһендә бассейн төҙөлдө.
— Ҡала бюджеты средстволары иҫәбенә быйыл баш ҡаланың төрлө райондарында ете универсаль спорт майҙансығы төҙөлдө. К-90 трамплинын реконструкциялау буйынса эштәр дауам итә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика