07:55 (UTC+5), 13 Декабря 2011

Энергетика министрлығы Көнбайыш Себер – Волга буйы торба үткәргесе төҙөлөшөн хупланы

Ғәлиә Нәбиева
Рәсәй Федерацияһының Энергетика министрлығы Көнбайыш Себер – Волга буйы торба үткәргесе төҙөлөшөн хупланы. Был хаҡта Өфөлә ИТАР-ТАСС агентлығының төбәктәге вәкилд әре менән осрашыуҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов хәбәр итте.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан менән Татарстан торба үткәргесте төҙөүҙә инициаторҙар булып сығыш яһаны. Рөстәм Хәмитов һүҙҙәре буйынса, был мәсьәлә буйынса алға китеш бар. Рәсәйҙең Энергетика министрлығы был төҙөлөштө хупланы, тик бында дәүләт ресурстары ҡатнашмаясаҡ. Бында Рәсәй Федерацияһы бюджеты күҙ уңында тотола. Торба үткәргес инвесторҙар средстволары, шул иҫәптән федерация субъекттарының ҡайһы бер средстволары иҫәбенә төҙөләсәк.
Башҡортостан Президенты проектты тормошҡа ашырыу буйынса яҡынса эш пландары хаҡында хәбәр итте. Ике республика хөкүмәттәре, Ханты-Манси автономиялы округы, Ямал-Ненец автономиялы округы етәкселеге ҡатнашлығында Башҡортостанда йәки Татарстанда проект офисы булдырыласаҡ.
— Әле беҙ был проектты формалаштыра ғына башлайбыҙ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Көнбайыш Себерҙән өҫтәмә сеймал алһаҡ, Башҡортостан һәм Татарстан республикаларында, әлбиттә, нефть химияһы ныҡ ҡына үҫешәсәк.
— Был проект өсөн, әлбиттә, көрәшәсәкбеҙ, - тине Башҡортостан Президенты. – Төрлө фекерҙәр бар, әммә бөгөнгө көндә беҙгә сеймал кәрәклеген яҡшы аңлайбыҙ. Был проект тиҙ тормошҡа ашырылмаясаҡ. Бының өсөн бер-ике генә түгел, бәлки, биш-алты йыл да кәрәк булыр, әммә башларға кәрәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика