07:05 (UTC+5), 13 Декабря 2011

Бангладеш делегацияһы Башҡортостандың аграр сәнәғәт комплексы предприятиелары менән танышты

Ғәлиә Нәбиева
БР Ауыл хужалығы министрлығы етәкселегенең, республикалағы эре аграр сәнәғәт комплексы предприятиелары вәкилдәренең Бангладеш Халыҡ Республикаһы делегацияһы менән осрашыуында Бангладешты аҙыҡ-түлек продукцияһы менән тәьмин итеү мәсьәләләре ҡаралды. Ҡунаҡтар делегацияһын Бангладеш Халыҡ Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Сайфул Хок, Аҙыҡ-түлек һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының аҙыҡ-түлек мәсьәләләре буйынса секретары Барун Дев Митра, уның урынбаҫары Кхандокер Атиар Рохман етәкләй, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Башҡортостан - Рәсәй Федерацияһындағы аҙыҡ-түлек продукцияһы етештереүсе иң ҙур төбәктәрҙең береһе. Аҙыҡ-түлек игене генә бында йыл һайын 3 млн тоннанан ашыу күләмдә етештерелә. Игенгә илдәге эске ихтыяж 2,4 млн тоннаны тәшкил итә. Башҡортостан был культураның миллион тонна самаһы артып ҡалған өлөшөн Рәсәйҙә, шулай уҡ сит илдәргә һатыуға хоҡуҡлы.
Территорияһы буйынса Башҡортостанға тиң Бангладеш Республикаһында 160 млн кеше йәшәй. Элек республика 2 млн тонна самаһы иген үҫтергән. Әле уның күләме миллион тоннаға тиклем кәмегән. Шуға күрә аҙыҡ-түлек продукцияһын ситтән ҡайтарыу көнүҙәк мәсьәләләрҙән иҫәпләнә. Мөнәсәбәттәрҙе артабан үҫтереү Бангладешҡа аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге мәсьәләһен хәл итергә ярҙам итәсәк һәм был хеҙмәттәшлек ике яҡҡа ла файҙалы буласаҡ.
Башҡортостан Бангладешҡа арыш, ҡарабойҙай, көнбағыш та тәҡдим итә ала. Эре мал иҫәбе һәм һөт етештереү буйынса Рәсәйҙә алдынғы урында булғанға күрә, Башҡортостан киптерелгән һөткә лә экспортҡа оҙатырға мөмкин булған продукт итеп ҡарай.
Бангладештан килгән ҡунаҡтар Башҡорт дәүләт аграр университеты менән танышты. Улар үҙҙәренең студенттарын беҙҙең илдәге аграр вуздарҙа уҡытырға теләй.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика