Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.8
+0.19
90.75
+0.44
62.51
+0.52
-9 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
12 Декабрь 2011, 14:09
Төбәктә ит йәрминкәләрендә 500 тоннанан ашыу продукция һатылған
Республика аграрийҙары үткән ял көндәрендә ойошторолған ауыл хужалығы йәрминкәләрендә 203,8 тонна продукция һатҡан. 10-11 декабрҙә Өфөнөң һигеҙ сауҙа майҙанында һатыу ойошторолдо. Йәрминкәләр Белорет, Благовещен, Дәүләкән, Ишембай, Мәләүез, Нефтекама, Салауат, Сибай ҡалаларында үтте. Үткән ял көндәрендә 1089 һатыу урыны ойошторолдо. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, был сараларҙа республиканан 33500 кеше аҙыҡ-түлек продукттары һатып алаған.
Һуңғы йәрминкәләрҙә ҡала халҡы һыйыр итенә өҫтөнлөк биргән. Ул 114 тоннанан ашыу һатылған. Шулай уҡ 37,6 тонна сусҡа ите һатылған. Үткән ял көндәрендә генә йәрминкәләрҙә 24,7 тонна йәш йылҡы ите һатып алынған. Ҡаҙ итен дә яҡшы алалар – 9,3 тонна һатылған. Ит йәрминкәләрендә йәмғеһе 553,9 тонна продукция һатылған, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитетынан.
Автор:
Ғәлиә Нәбиева
Теги:
йәрминкәләр
ауыл хужалығы
сауҙа
Читайте нас