Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.17
+0.04
90.4
-0.27
66.47
+1.13
15+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
12 Декабрь 2011, 15:48
Башҡортостан менән Магнитогорскиҙың сауҙа-сәнәғәт палаталары араһында хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеү төҙөлдө
8-10 декабрҙә үткән Башҡортостандың эшлекле даирәһе делегацияһының Магнитогорскиға визиты сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы Сауҙа-сәнәғәт палатаһы менән Магнитогорскиҙың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы араһында хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Яҡтар исеменән ике палата президенттары – Юрий Пустовгаров менән Герман Запьянцев сығыш яһаны.
Бынан тыш, БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһының матбуғат хеҙмәте хәбәр ииеүенсә, Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы менән Магнитогорск дәүләт техник университеты араһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ике төбәк араһында сауҙа-иҡтисади бәйләнештәрҙе үҫтереү һәм Башҡортостан предприятиелары өсөн яңы партнерҙар эҙләү визиттың төп маҡсаттары булып торҙо.
Автор:
Любовь Колоколова
Теги:
төбәк-ара бәйләнештәр
башҡортостандың сауҙа-сәнәғәт палатаһы
килешеүҙәр
Читайте нас: