04:38 (UTC+5), 09 Декабря 2011

Башҡортостан Райффайзенбанктан 25 млн. доллар аласаҡ

Сергей Захаров
8 декабрҙә Мәскәүҙә Башҡортостан Хөкүмәте менән Райффайзенбанк республикаға 25 миллион АҠШ доллары күләмендә кредит биреү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Килешеү бер йылға иҫәпләнгән. Кредит средстволары Башҡортостан Республикаһының 2012 йыл бюджетына һалынған маҡсаттарға йүнәлтеләсәк. Документҡа Башҡортостандың финанс министры Рузалия Хисмәтуллина һәм Райффайзенбанк Идараһы ағзаһы Патрик Батлер үҙ имзаһын ҡуйҙы.
БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән аңлатыуҙарынса, әлеге килешеү иҫәп буйынса 14-сеһе. Башҡортостан донъя финанс баҙарына тәүге тапҡыр 1998 йылда сыҡҡан, ул ваҡытта республика «Эйч-Эс-Би-Си» һәм Мәскәү Халыҡ банкы кеүек Англияның ике банкынан синдикатҡа күсерелгән кредит алған.
2003 йылдан Башҡортостан йыл һайын сит илдәрҙең финанс институттарынан аҡса ала. Барлыҡ финанс йөкләмәләрен республика тулы күләмдә һәм билдәләнгән ваҡытта үтәй.
Атап әйткәндә, 7 декабрҙә Башҡортостан Райффайзенбанк менән 2010 йылдың 1 декабрендә 25 млн долларға төҙөлгән кредит килешеүе буйынса үҙ йөкләмәһен үтәгән.
Республиканың кредиттарҙы түләүгә һәләтлелеге һәм ышаныслы заемсы булараҡ абруйы юғары кредит рейтингылары булыуы менән дә раҫлана. Рейтинг агентлыҡтары халыҡ-ара һәм Рәсәй стандарттары буйынса бурыс йөкләмәһен, республика бюджетының юғары ликвидлылығын, иҡтисади үҫешен, бюджеттың яҡшы үтәлешен һәм финанс менеджментының юғары кимәлен тотороҡло билдәләй.
2011 йылда «Стандарт энд Пурс» һәм «Мудис» рейтинг агентлыҡтары республикаға элек бирелгән ВВ+ һәм ВаI кредит рейтингыларын раҫланы һәм күҙаллауҙы Тотороҡлонан Ыңғайға үҙгәртте.
«Стандарт энд Пурс» рейтингы кимәле буйынса Башҡортостан — Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан, Ямал-Ненец һәм Ханты-Манси округтарынан, ә «Мудис» мәғлүмәте буйынса Мәскәүҙән һәм Санкт-Петербургтан ғына ҡалыша.
Юғары халыҡ-ара рейтингылар сит илдәрҙең кредит ойошмалары менән элемтәләрҙе уңышлы үҫтереүҙән тыш, эске финанс баҙарында ла займ средстволарын йәлеп итеү шарттарын яҡшыртыуға булышлыҡ итә. 2001 йылдан алып Башҡортостан дөйөм алғанда 5 млрд һумға эске дәүләт займдары облигацияларын сығарған.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика