Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.45
-0.28
93.23
-0.34
60.39
-0.18
-18 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
8 Декабрь 2011, 11:24
Республиканың эшлекле даирәләре делегацияһы Магнитогорскиға юлланды
БР Сауҙа-сауҙа сәнәғәт палатаһы президенты Юрий Пустовгаров етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы бөгөн эш визиты менән Магнитогорскиға юллана. Делегация составында Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге даими вәкиле Мөхәмәтулла Хафизов та бар.
БР Сауҙа-сауҙа сәнәғәт палатаһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, визит 8-енән 10 декабргә тиклем дауам итәсәк, уның тематикаһы сәнәғәт һәм эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге өлкәһендә үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү перспективаларына бәйле буласаҡ. Визит сиктәрендә тематик түңәрәк өҫтәл ойоштороласаҡ, Магнитогорскиҙың Сауҙа-сәнәғәт палатаһында осрашыуҙар үткәреләсәк.
Автор:
Любовь Колоколова
Теги:
төбәк-ара бәйләнештәр
бр сауҙа-сәнәғәт палатаһы
визиттар
Читайте нас