12:38 (UTC+5), 08 Декабрь 2011

Рәсәйҙә торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү буйынса яңы квитанциялар раҫланды

Ғәлиә Нәбиева
Торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү квитанциялары үҙгәрәсәк. Улар ярҙамында түләүҙең дөрөҫ иҫәпләнеүен тикшерергә мөмкин. Рәсәй төбәктәр үҫеше министры Виктор Басаргин яңы түләү ҡағыҙын раҫланы. Идарасы ойошмалар уларҙы барлыҡ төбәктәрҙә лә ҡулланырға тейеш.
Башҡортостандың Дәүләт торлаҡ инспекцияһында хәбәр итеүҙәренсә, яңы документтың төп айырмаһы шунда: бынан ары һәр ресурс (йылылыҡ, яҡтылыҡ, эҫе һәм һыуыҡ һыу) өсөн түләү ике өлөшкә - шәхси ҡулланыу (фатирҙағы иҫәп-хисап приборҙары йәки ҡулланыу нормативтары буйынса) һәм дөйөм йорт (йорттағы иҫәпләү приборҙары буйынса) ихтыяждарына бүленәсәк. Әлегә тиклем подъездарҙы яҡтыртыу һәм йылытыу өсөн түләүҙең фатир хужалары араһында нисек бүленеүен аңлау ҡыйын ине.
Бынан тыш, яңы квитанцияла коммуналь хеҙмәттәрҙең һәр төрө буйынса ҡулланыу нормативтарын күрергә мөмкин. Фатир өсөн түләүҙең дөрөҫлөгөн тикшереү өсөн башҡа документтарҙың кәрәге юҡ.
Тағы ла бер яңылыҡ: торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн бүлеп түләргә мөмкин. Был айырыуса бурыслыларға ҡулай буласаҡ. Бынан тыш, ниндәй ҙә булһа хеҙмәттең хаҡы ҡайтанан иҫәпләнмәһә, идарасы ойошма «Иҫәпләүҙәр нигеҙе» графаһын тултырып, үҙ ғәмәлдәренә аңлатма бирергә тейеш. Яңы документ тулыраҡ мәғлүмәттәрҙе эсенә аласаҡ, йорт идарасыларына контроллек итеү еңеләйәсәк.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика