07:23 (UTC+5), 08 Декабря 2011

Рәсәй төбәктәрендә үҫеш зоналары ойошторорға мөмкин

Әлфиә Шәрәфетдинова
Дәүләттең махсус ярҙамына мохтаж булған төбәктәрҙә территориаль үҫеш зоналарын ойошторорға мөмкин. 3 декабрҙә Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев ошо туралағы федераль законға ҡул ҡуйҙы.
Федерация субъектында бер нисә муниципалитетты берләштерерлек айырым биләмә төҙөү хаҡында һүҙ бара. Документтың аңлатмаһында әйтелеүенсә, «юридик шәхестәргә һәм эшҡыуарҙарға инвестициялар өсөн яҡшы шарттар булдырыу һәм социаль-иҡтисади үҫеште тиҙләтеү өсөн дәүләт ярҙамы саралары күрһәтеләсәк». Атап әйткәндә, бындай сараларға Рәсәй Инвестиция фондының бюджет ассигнованиелары, эшҡыуарлыҡ һәм башҡа иҡтисади эшмәкәрлек өсөн энергетика һәм транспорт объекттары асыу, һалым льготалары һәм инвестиция һалым кредиты, эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеү өсөн субсидиялар, кредиттар буйынса дәүләт гарантиялары биреү инә.
Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышы ошоға миҫал була ала. Уға республиканың һигеҙ районы инә. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, Хөкүмәт Аппараты һәм биләмәнең социаль-иҡтисади үҫеш программаһын тормошҡа ашырыу өсөн яуаплы Координация советы етәксеһе Илшат Тажетдинов төньяҡ-көнсығышты ошондай зоналар исемлегенә индереү зарурлығы хаҡында белдергәйне. Был исемлек тиҫтә йыл эсендәге эшһеҙлек, миграция, үлем кимәле, иҫке һәм авария хәлендәге торлаҡ күләме кеүек ҡайһы бер күрһәткестәр нигеҙендә Рәсәй Хөкүмәте тарафынан раҫланасаҡ. Территориаль үҫеш зонаһы 12 йылға ойоштороласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика