10:08 (UTC+5), 08 Декабрь 2011

Бюджетниктарҙың эш хаҡы 2012 йылда 15 процентҡа артасаҡ

Әлфиә Шәрәфетдинова
Бюджетниктарҙың уртаса айлыҡ эш хаҡы 2012 йылда 15 процентҡа артасаҡ.
— Башҡортостан Республикаһы бюджетына киләһе йылға эш хаҡын арттырыуға седстволар һалынған. Оптималләштереүҙе, бюджеттан тыш средстволарҙы йәлеп итеүҙе, үҙаллы эшләп алынған средстволарҙы иҫәптә тотҡанда, ул аҡсалар бюджет өлкәһендә эшләүсе хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡын 15 процентҡа арттырыуға етәсәк, - тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһының финанс министры Рузалия Хисмәтуллина интернет менән ҡулланыусылар менән онлайн-конференцияһы барышында.
Уның һүҙҙәренсә, был саралар 2014 йылға төбәктә уртаса эш хаҡын бер ярым тапҡырға арттырыу буйынса республика Президенты тарафынан ҡуйылған бурыс сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
— Бюджет өлкәһендә был күрһәткестәргә, әлбиттә, өлгәшеләсәк, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Финанс министрлығы башлығы.
Рузалия Хисмәтуллина, ағымдағы йылда Рәсәйҙә бюджетниктарҙың эш хаҡы ике тапҡыр арттырылды, тип билдәләне. Һәм Башҡортостан был йәһәттән башҡа төбәктәрҙән айырылып тора:
— Рәсәй буйынса эш хаҡы беренсе тапҡыр 1 июндән арттырылһа, Башҡортостан быны 1 ғинуарҙан уҡ ғәмәлгә ашырҙы, - тине финанс министры һәм икенсе айырма тураһында ла әйтте:
— Рәсәйҙә минималь эш хаҡы күләме 1 июндән 4611 һумға тиклем арттырылһа, Башҡортостанда минималь эш хаҡы, беренсенән, 5500 һумға тиклем арттырылды, икенсенән, республика был сараны 1 ғинуарҙан уҡ үткәрҙе.
Икенсе тапҡыр бөтә бюджетниктарҙың эш хаҡы 1 октябрҙән арттырылды. Артым йәнә 6,5 процент тәшкил итте.
Бынан тыш, 1 сентябрҙән уҡытыусыларҙың эш хаҡы 30 процентҡа арттырылды, шулай уҡ мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәт хаҡы арттырылды. Башҡортостан Президенты указы менән 1 октябрҙән уларҙың эш хаҡына өҫтәмә күләме ике тапҡырға арттырылды. Ағымдағы йыл аҙағынаса был маҡсаттарға 150 миллион һум самаһы аҡса йүнәлтеләсәк. Рузалия Хисмәтуллина средстволарҙың тулыһынса республика бюджетынан бүленеүен билдәләне. Шулай итеп, ниндәй муниципаль районда эшләүҙәренә ҡарамаҫтан, арттырылған хеҙмәт хаҡына һәр тәрбиәсе һәм мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларының башҡа хеҙмәткәрҙәре иҫәп тота ала.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика