02:47 (UTC+5), 08 Декабрь 2011

2012 йылда студенттарға стипендиялар арттырыласаҡ

Әлфиә Шәрәфетдинова
Студенттарҙың стипендиялары 2012 йылда 26 процентҡа артасаҡ.
— Федераль, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының власть органдары ҡарары менән стипендия фонды 1 ғинуарҙан – 20 процентҡа, 1 октябрҙән йәнә алты процентҡа арттырыласаҡ, — тип белдерҙе БР финанс министры Рузалия Хисмәтуллина, интернет ҡулланыусыларҙың һорауҙарына яуап биреп. Традицион онлайн-конференция кисә «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында үтте.
Рузалия Хисмәтуллинаның билдәләүенсә, 2012 йылға республика ҡаҙнаһының сығымдар өлөшөн формалаштырғанда бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә хеҙмәт хаҡын арттырыу ҙа иҫәпкә алынған. Ағымдағы йылда уларҙың эш хаҡы ике тапҡыр күтәрелде: 1 ғинуарҙан һәм 1 октябрҙән. Финанс министрлығы башлығы, уҡытыусыларға эш хаҡын арттырыуға средстволар, шулай уҡ мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә өҫтәмәләр республика бюджетында тулы күләмдә һалынған, тип айырым билдәләп үтте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика