Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
0
98.56
0
83.11
+0.29
4+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
6 Декабрь 2011, 18:52

Рөстәм Хәмитов Өфөлә «Стеклонит» предприятиеһының етештереү эшмәкәрлеге менән танышты

6 декабрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Стеклонит» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә булды. Өфө предприятиеһы быяла сүс һәм унан изделиелар етештереү менән шөғөлләнә. Компания 1961 йылдан алып быяла сүс етештереү менән шөғөлләнгән «Өфө текстиль быяла сүс заводы» нигеҙендә булдырылған.
Республика башлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, «Стеклонит» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә булғанда Рөстәм Хәмитов предприятиеның инновацион эшләнмәләренең береһе – полимер композиттарҙан эшләнгән күпер өлгөһө менән танышты. Компанияның был яңы продукты йылғалар һәм урамдар аша үткәүелдәр төҙөгәндә киң ҡулланылыш таба аласаҡ. Предприятие етәкселеге Башҡортостан Президентына ҡоролманы монтажлау өсөн ни бары ике сәғәт кәрәклеге хаҡында әйтте. Бында изделиены сериялы сығарыу планлаштырыла.
— Тәүге бындай күпер Башҡортостанда төҙөлөргә тейеш, - тине Рөстәм Хәмитов.
Артабан республика башлығы күп тапҡыр ҡулланыла торған мобиль юл япмаһын (еңел композит материалынан эшләнгән ҙур плита) ҡараны. Изделие 80 тонна ауырлыҡты күтәрә һәм юлдар насар булған ерҙә ҡулланыла. Рөстәм Хәмитов компания етәкселегенә был япманы Башҡортостанда, мәҫәлән, ауыл-ара юлдарҙы ремонтлағанда ҡулланыу мөмкинлеген ҡарарға тәҡдим итте.
Бынан һуң Рөстәм Хәмитов заводтың туҡыу цехында булды, унда Президент мультиаксиаль туҡымалар етештереү технологияһы менән танышты. Улар йылылыҡ үткәрмәй торған материалдар һәм түбә япмаларын әҙерләгәндә ҡулланыла.
Шулай уҡ Рөстәм Хәмитов заводтың башҡа цехтарында булды, компания продукцияһы өлгөлөре менән танышты һәм предприятие етәкселеге менән осрашты. Осрашыу барышында республика башлығы етештереүҙең дөйөм күләмендә юл төҙөлөшө өсөн продукцияның өлөшө хаҡында ҡыҙыҡһынды. Асыҡланыуынса, был күрһәткес предприятиела 40 процент тәшкил итә.
Осрашыуҙа композит материалдарҙан эшләнгән йәйәүлеләр өсөн күпер проекты ла тәҡдим ителде. Бындай еңел ҡорола торған конструкцияларҙы юлдарҙың ҡатмарлы участкаларында ҡулланырға булыр ине, тип билдәләне төбәк башлығы.
— Былтыр Өфөлә йәйәүлеләр өсөн үткәүел төҙөүгә подрядсы эҙләү буйынса конкурс үткәрелгәйне – контракттың башланғыс хаҡы түбән булыу сәбәпле теләүселәр табылманы. Һеҙҙең күперҙәр тимер-бетон конструкцияларға ҡарағанда күпкә арзаныраҡҡа төшә, шуға күрә һеҙ тулыһынса был өлкәне биләй алаһығыҙ, - тип йомғаҡ яһаны Рөстәм Хәмитов.
Автор:«Башинформ»
Читайте нас: