10:10 (UTC+5), 05 Декабря 2011

Башҡортостанда Яңы йылға 206 мең шыршы әҙерләнә

Галина Бахшиева
Башҡортостанда Яңы йыл байрамына шыршылар әҙерләнә. Республиканың Урман хужалығы министрлығы бойороғона ярашлы шыршылар министрлыҡҡа ҡараған дәүләт унитар предприятиелары менән әҙерләнә һәм һатыуға сығарыла.
— Декабрҙә дөйөм алғанда 206 мең шыршы ҡырҡып алынасаҡ. Урман һылыуҡайҙарын иң күбе «Белорет урманы» дәүләт унитар предприятиеһы әҙерләмәксе – 22 мең ағас. «Туймазы урманы» - 20 мең, «Йылайыр урманы» — 12 мең ағас әҙерләйәсәк, - тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығының матбуғат секретары Айбулат Ғәйнуллин.
Министрлыҡ ҡарамағында булған дәүләт унитар предприятиеларынан һатып алынған ике метрға тиклем оҙонлоҡтағы шыршы хаҡы 150-200 һум тәшкил итәсәк.
Бөгөнгө көнгә шыршы һатыу өсөн урындар тураһында ҡала һәм район хакимиәттәре менән һөйләшеп килешелгән.
Шул уҡ ваҡытта урман хужалыҡтарында йәш шыршыларҙы законһыҙ киҫеп алыуҙы туҡтатыу саралары әүҙем алып барыла.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, дәүләт урман контроле инспекторҙары хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре менән берлектә урман фондында ғына түгел, юлдарҙа ла патруллек итә. Бөгөнгө көнгә республикала 31 пост булдырылған. Ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы законһыҙ ҡырҡылған йәш шыршы, аҡ шыршы һәм ҡарағайҙар өсөн административ һәм енәйәти яуаплылыҡ ҡаралған. Штрафтар күләме граждандар өсөн – 3,5 мең һум, вазифалы кешеләр өсөн – 20-30 мең һум, юридик шәхестәр өсөн 50-100 мең һум тәшкил итә. Бынан тыш тәбиғәткә килтергән зыянды ла ҡапларға кәрәк буласаҡ. Әгәр ҙә шыршыларҙы законһыҙ ҡырҡҡанда ниндәй ҙә булһа техника йәки ҡорамал ҡулланылһа, административ штрафтар күләме арттырыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика