Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.17
-0.1
90.73
-0.57
62.51
+0.52
1+ °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
28 Ноябрь 2011, 11:36

Республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарын комплекслы үҫтереү буйынса Координация советы булдырылды

25 ноябрҙә Башҡортостан Хөкүмәтенең 430-сы «2011-2015 йылдарға Башҡортостан Республикаһының төньяҡ-көнсығыш райондарын социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереү урта сроклы комплекслы программаһы менән идара итеүҙең ойоштороу структураһы тураһында»ғы ҡарарына ҡул ҡуйылды.
Документҡа ярашлы Координация советы ойошторолдо, уны Премьер-министр урынбаҫары – республика Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов, шулай уҡ Хөкүмәт Аппараты етәксеһе урынбаҫары Мирхәйҙәр Фәтхуллин етәкселегендәге программаны күҙәтеп барыу офисы етәкләне, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән.
Автор: Сергей Захаров
Читайте нас