Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.78
0
98.03
0
85.41
-0.92
9+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
28 Ноябрь 2011, 19:03

Өфөлә йорт комитеттары рәйестәренең съезы асылды

Республиканың туғыҙ мең ярым күп фатирлы йортында йәшәүселәр йорт комитеттары ярҙамында идара итеүсе компаниялар һәм ресурстар менән тәьмин итеүселәр алдында үҙ мәнфәғәттәрен яҡлай ала. «Башҡортостандың йорт комитеттары союзы» йәмәғәт хәрәкәтен формалаштырыу аҙағына яҡынлаша. Бөгөн Өфөлә күп фатирлы йорттарҙың совет рәйестәренең үҙенсәлекле съезы асылды.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был проект июндә, РФ Торлаҡ кодексына төҙәтмәләр индерелгән ваҡытта булдырылды. Улар йорт комитеттарын булдырыу мөмкинлеген бирҙе. Йорт комитеттары рәйестәренә кодекста ҡаралған хоҡуҡтар бирелде.
— Был, граждандар йәмғиәтенең ҙур армияһын булдырып, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһен контроль аҫтына алыу мөмкинлеген бирҙе, - тине йорт комитеттары йәмәғәт хәрәкәте етәксеһе Арсен Нурйәнов.
Ике ай эсендә 9,5 мең йорт комитеты булдырылды, ә республикала йәмғеһе 12 377 күп фатирлы йорт бар. Һәр күп фатирлы йортта йыйылыштар ойошторолдо, урындарҙа уҡыуҙар үткәрелде. Йорт комитеттарының эшмәкәрлеген еңеләйтеү маҡсатында өс методик ҡулланма булдырылды. Был эшкә барлыҡ торлаҡ-коммуналь хужалыҡ белгестәре һәм юристар йәлеп ителде.
Йорт комитеттары рәйестәре күп хоҡуҡтарға эйә. Улар идара итеүсе компаниялар менән килешеүҙәр төҙөй ала, судтарҙа йортта йәшәүселәрҙең позицияларын яҡлай ала, ремонт эштәрен башҡарыу тураһында акттарға ҡул ҡуя ала.
— Йәмғиәттең әүҙем ҡатнашлығында ғына өлкәләге үҙгәрештәргә ирешеп була, - тине конференцияла торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирек Ялалов.
Ул республика халҡының тормошон яҡшыртыуға йүнәлтелгән эштәр хаҡында һөйләне. Шулай уҡ хәл итәһе мәсьәләләр тураһында ла әйтте. Уларҙы хәл итеүгә йорт комитеттары үҙ өлөшөн индерә ала. Мәҫәлән, ихаталарҙы төҙөкләндереү. Быйыл был маҡсаттарға 900 миллион һум йүнәлтелде, 1200 тирәһе ихата төҙөкләндерелде. Әммә машиналар ҡуйыу урындарына һәм йорт алды юлдарына асфальт түшәү барыһын да ҡәнәғәтләндермәне. Күптәр газондарҙың һәм сәскә түтәлдәренең күберәк булыуын теләй. Был хәлде йорт комитеттары асыҡлай алыр ине.
«Берҙәм Рәсәй» партияһынан проект координаторы, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Елена Родина билдәләүенсә, йорт комитеттары йөҙөндә республика халҡының йәшәү сифаты өсөн көрәшеүселәр армияһы барлыҡҡа килде. Хәрәкәттең ҙур потенциалы бар, тип иҫәпләй ул.
Автор:Ғәлиә Нәбиева | фото: Олег Яровиков
Читайте нас: