Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
+0.33
91.94
+0.04
62.51
+0.52
0 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Ноябрь 2011, 18:35
Республикала 3 меңгә яҡын уҡыу йортон тамамлаусы мәшғүллек хеҙмәте ярҙамында эш тапҡан
Ағымдағы йылдың тәүге ун айы эсендә Башҡортостандың Халыҡ мәшғүллеге хеҙмәтенә 5 меңгә яҡын уҡыу йортон тамамлаусы мөрәжәғәт иткән. Уларҙың 3 меңгә яҡыны йәғни 60 проценты эшкә урынлаштырылған.
Башҡортостандың Халыҡ мәшғүллеге дәүләт хеҙмәте идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, халыҡ мәшғүллеге хеҙмәте органдарында иҫәптә тороусы йәштәр составы киләһесә: 48 процент – юғары уҡыу йорттарын тамамлаусылар, 41 процент – урта махсус уҡыу йорттарын тамамлаусылар һәм 11 процент – башланғыс һөнәри белем биреү учреждениеларын тамамлаусылар.
Әлеге ваҡытта рәсми рәүештә теркәлеүселәрҙең һәр дүртенсеһе – йәш кеше. Бөгөнгө көнгә республикала 16-29 йәшлек 7 меңдән ашыу эшләмәгән йәш кеше иҫәпләнә.
Автор:
Галина Бахшиева
Теги:
хеҙмәт баҙары
халыҡ мәшғүллеге
йәштәр
Читайте нас