06:08 (UTC+5), 23 Ноября 2011

Башҡортостандың Контроль-иҫәп палатаһында сенатор Анатолий Бондарук менән осрашыу үтте

Любовь Колоколова
«Рәсәй Федерацияһы субъекттарының һәм муниципаль берәмектәрҙең контроль-иҫәп органдарын ойоштороуҙың һәм улар эшмәкәрлегенең дөйөм принциптары тураһында» федераль законды ҡабул итеү айҡанлы Башҡортостан Республикаһының Контроль-иҫәп палатаһы әлеге закон положениеларын тормошҡа ашырыу буйынса төрлө саралар үткәрә.
Кисә республиканың Контроль-иҫәп палатаһы коллективы Рәсәй Федераль Йыйылышы Федерация Советы ағзаһы – Федерация Советында Башҡортостан Республикаһының дәүләт башҡарма власы органы вәкиле, Федерация Советының РФ Иҫәп палатаһы менән килешеп эш итеү буйынса комиссия рәйесе урынбаҫары Анатолий Бондарук менән осрашты.
Башҡортостан Республикаһы Контроль-иҫәп палатаһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, осрашыу барышында тышҡы дәүләт финанс контроле үҫешенең, был өлкәлә ҡануниәтте камиллаштырыуҙың көнүҙәк мәсьәләләре, шулай уҡ муниципаль контроль-иҫәп органдарын ойоштороу мәсьәләләре ҡаралды.
— Әлеге федераль законды ҡабул итеү дәүләт финанс контроле үҫешенең яңы кимәлен билдәләне. Әгәр быға тиклем контроль-иҫәп органдары эшмәкәрлеген ойоштороуҙа һәм уларҙың хоҡуҡтарын билдәләүҙә хәл ителмәгән мәсьәләләр булһа, хәҙер улар төбәк кимәлендә лә яңы федераль законда сағылыш тапты, - тип билдәләне үҙенең сығышында Анатолий Моисеевич. – Дәүләт финанс контроле һәм коррупция менән көрәш өлкәһендә Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтен камиллаштырыу көнүҙәк булып ҡала.
Осрашыу конструктив диалог шарттарында үтте, уның барышында Анатолий Бондарук сенатор булараҡ үҙенең эшмәкәрлеге тураһында һөйләне, Контроль-иҫәп палатаһы хеҙмәткәрҙәренең һорауҙарына яуап бирҙе, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы Контроль-иҫәп палатаһының матбуғат хеҙмәтенән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика