07:16 (UTC+5), 22 Ноября 2011

Республикала онға хаҡ төшә

Ғәлиә Нәбиева
Йыл аҙағына тиклем республикала онға хаҡ күтәрелмәйәсәк, тип хәбәр иттеләр республиканың Ауыл хужалығы министрлығында. Киреһенсә, етештереүселәр быйылғы мул уңышты иҫәпкә алып, уға һатыу хаҡын кәметә. Хәтерегеҙгә төшөрәйек, ураҡ йомғаҡтары буйынса республика аграрийҙары 3 миллион 200 тоннанан ашыу иген алған.
Аграр ведомствоның матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, юғары сортлы онға һатыу хаҡы йыл башынан алып 30-60 процентҡа төшкән. Беренсе сорттағы он - 25-55 процентҡа, ә һурҙырылған һәм иләнгән арыш оно 13-26 процентҡа арзанайған. Шул уҡ ваҡытта аҙыҡ-түлек етештереү өсөн файҙаланылған бойҙайға һәм электр энергияһына хаҡтар күтәрелеүе арҡаһында һатыу хаҡтарының да артыуы ихтимал.
Башҡортостанстат мәғлүмәттәре буйынса, октябрҙә магазин кәштәләрендә республика буйынса уртаса алғанда бер килограмм бойҙай ононоң хаҡы 18 һум 1 тингә тиң булған. Ике айҙа ул бер һумға тиерлек арзанайған. Әле аҡ икмәктең килоһы — 27,11 һум, арыш һәм арыш ҡатыш бойҙай икмәге 27,18 һум тора.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика