16:57 (UTC+5), 22 Ноября 2011

Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың иң яҡшы аграрийҙарына наградалар тапшырҙы

— Быйыл башҡарған эшебеҙ бик әһәмиәтле, - тине Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, наградлау тантанаһында ауыл хеҙмәтсәндәренең эшенә баһа биреп. – Яҡшы һөҙөмтәләргә ирешелде.
Республика Президенты, ауыл хужалығындағы хәлде психологик, ойоштороу йәһәтенән дөйөм алғанда үҙгәртеүгә ирештек, тип белдерҙе. Ауыл кешеләре властың ваҡытында ярҙам ҡулы һуҙа алыуын, кәрәкле технологик сараларҙы үткәрә алыуын күрҙе.
Республика башлығы ауыл хеҙмәтсәндәре менән тығыҙ бәйләнеш булдырылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Шуға күрә ауыл хужалығы өлкәһендәге һөҙөмтәләр ҙә яҡшы.
— Бөгөн беҙ кешеләрҙең күҙенә тыныс ҡарай алабыҙ: беҙҙән торғандың барыһын да эшләй алдыҡ, - тине Рөстәм Хәмитов. – Насар һауа торошо, техника етмәү менән бәйле проблемаларҙы йырып сыҡтыҡ, финанс ресурстар етмәү мәсьәләһен дә хәл итәбеҙ.
Президент был эштә ҡатнашыусыларҙың барыһына, эште дауам итәсәк аграрийҙарға рәхмәтен белдерҙе.
— Беҙ бергәләп эшләйбеҙ, бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Зәки улы.
Башҡортостан Президенты алдағы ҡышҡа республиканың мал аҙығы менән тәьмин ителеүен билдәләне. Шул уҡ ваҡытта республика башлығы агросәнәғәт комплексы хеҙмәтсәндәре алдына киләсәктә һауа шарттарының ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, яҡшы уңыш алыуға өлгәшеү бурысын ҡуйҙы.
— Был еңел түгел һәм тармаҡты артабан яңыртыуҙы, өҫтәмә ресурстар йәлеп итеүҙе талап итә, - тип иҫәпләй Президент. – Бындай күләмле эште үҙаллы эшләп өйрәнергә кәрәк.
Рөстәм Хәмитов республиканың агросәнәғәт комплексының иң яҡшы вәкилдәренә наградалар тапшырҙы. Халыҡтар дуҫлығы орденын Башҡортостан башлығы ҡулынан алты ауыл хужалығы предприятиеһы етәксеһе алды.
Наградланыусылар исеменән республика башлығына аграрийҙар хеҙмәтен юғары баһалағаны өсөн Мәләүез районының Салауат исемендәге ауыл хужалығы етештереү кооперативы рәйесе Сибәғәт Ғәйнуллин рәхмәтен белдерҙе. Ул быйыл хужалыҡтың мул уңыштар алыуы хаҡында һөйләне. Ваҡытында күрһәтелгән дәүләт ярҙамының мөһим булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
— Бындай ярҙамдан һуң насар эшләүе лә оят булыр ине, - тине Халыҡтар дуҫлығы орденын алыусы.
Башҡортостан Президентының рәхмәт һүҙҙәренә һәм наградаларға йәмғеһе 50 агросәнәғәт комплексы хеҙмәтсәне лайыҡ булды.
— Беҙгә илдең власть органдары, дәүләт етәкселәре ярҙам итә, - тине Рөстәм Хәмитов, аграрийҙарға мөрәжәғәт итеп. – Беҙҙең республикаға Дмитрий Анатольевич Медведевтың килеүе киләһеләрҙе күрһәтте: беҙгә барлыҡ мәсьәләләрҙе хәл итә алған көслө төбәккә ҡараған кеүек ҡарайҙар, ҙур ышаныс белдерәләр.
Рәсәй Президенты исеменән Рөстәм Хәмитов ауыл хеҙмәтсәндәренә башҡарған эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика