06:09 (UTC+5), 22 Ноября 2011

Башҡортостанда «Киләсәк ҡалаһы. Белем һәм технологиялар трансферы» халыҡ-ара экофорумы үтәсәк

Галина Бахшиева
Мәләүездең Ҡала мәҙәниәт һарайында 24-нән 25 ноябргә тиклем «Киләсәк ҡалаһы. Белем һәм технологиялар трансферы» халыҡ-ара экологик форумы үтәсәк. Форумда ҡатнашыусылар экологик белем биреү һәм тәрбиә мәсьәләләрен, ҡаты ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыу, экологик туризм проблемаларын тикшерәсәк. Һәр мәсьәлә буйынса сит ил һәм Рәсәй ғалимдары менән әҙерләнгән проект-презентациялар күрһәтеләсәк.
Мәҫәлән, профессор Андреа Хайльман - ГАРЦ Ғәмәли фәндәр институтының «Тотороҡло үҫеш өсөн белем биреү» презентацияһын, иҡтисади фәндәр кандидаты Владимир Фридланд Европа илдәрендә экология өлкәһендәге эксперттарҙың квалификацияһын күтәреү буйынса INAMT халыҡ-ара идара һәм технологиялар академияһы программаһын тәҡдим итәсәк.
Экофорумдың ойоштороусылары булып республиканың Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығы, «Башҡортостан-Германия» Рәсәй-Германия дуҫлығы йәмғиәте» Башҡортостан төбәк йәмәғәт ойошмаһы һәм К.Г.Разумовский исемендәге Мәскәү дәүләт технологиялар һәм идара университетының Мәләүездәге филиалы сығыш яһаған.
— Форум эшендә Германия Федератив Республикаһының Екатеринбургтағы генераль консулы Рената Шимкорайт, Урта һәм Көнсығыш Европа буйынса Фраунхофер үҙәгенең «Трансферттың инновацион системалары» бүлексәһе етәксеһе Штеффен Прайсслер, республиканың тәбиғәтте һаҡлау ведомстволарының, юғары уҡыу йорттарының, йәмәғәт ойошмалары һәм ғилми учреждениеларҙың вәкилдәре ҡатнашасаҡ, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына төбәктәге Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығының матбуғат секретары Нина Никандрова.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика