13:55 (UTC+5), 18 Ноября 2011

Йәш аграрийҙарға дәүләт ярҙамы саралары дауам ителәсәк

Агросәнәғәт комплексы йәш белгестәренә дәүләт ярҙамы саралары 2014 йыл аҙағына тиклем оҙайтылды. Башҡортостан Хөкүмәтенең тейешле ҡарарына ошо арала ҡул ҡуйылған. Документҡа ярашлы, ауыл ерендә агросәнәғәт комплексы предприятиеларына эшкә урынлашҡан йәш белгестәргә бер тапҡыр бирелеүсе һәм айлыҡ пособиелар түләнә. БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәтенә ярашлы, юғары белемлеләргә бер тапҡыр түләнеүсе пособие күләме – 100 мең һум, урта һөнәри белемле белгестәргә 60 мең һум тәшкил итә. Айлыҡ түләүҙәр: юғары белемлеләргә - 7 мең, урта һөнәри белемлеләргә - 4 мең һум.
Хәтерегеҙгә төшөрәйек, тәүҙә дәүләт ярҙамы 3 йылға иҫәпләнгәйне. Проект тормошҡа ашырылған арала йәш кадрҙарҙы ауылға йәлеп итеүгә өлгәшелде, 400-ҙән ашыу кеше аяҡҡа баҫырлыҡ ярҙам алды. Йәш белгестәр менән эш алып барылған райондарға төрлө йүнәлештә эшләгән 10-дан 20-гә тиклем йәш белгес ҡайтты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика