12:06 (UTC+5), 18 Ноябрь 2011

Йәмғеһе 12 гектарға тиң 30 сүплек табылған

Галина Бахшиева
Һуңғы өс ай эсендә Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең республика буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре 30 санкцияланмаған ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары сүплеген асыҡлаған. Сүплектәрҙең дөйөм майҙаны – 12 гектар. Уларҙың барыһы ла ауыл хужалығы өсөн тәғәйенләнгән ер участкаларында, урман фонды ерҙәрендә һәм ауыл биләмәләрендә урынлашҡан.
— Ағымдағы йылдың октябрендә Идаралыҡ тарафынан Өфөлә, Иглин, Архангел, Шишмә, Нуриман, Дәүләкән һәм Өфө райондарында санкцияланмаған ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары сүплектәрен асыҡлау маҡсатында биләмәләрҙе тикшереү ойошторолдо. 25 ноябргә тиклем шундай уҡ рейд тикшереүҙәре Өфөлә һәм Өфө районында дауам итәсәк, - тип һөйләне Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең республика буйынса идаралығының матбуғат секретары Антон Волков.
Ведомство вәкиле һүҙҙәре буйынса, асыҡланған санкцияланмаған сүплектәр тураһындағы материалдар хоҡуҡ боҙоусыларға яза биреү һәм сүплектәрҙе юҡ итеү буйынса тейешле саралар күрелһен өсөн төбәктең Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына йүнәлтелгән. Бынан тыш, рейд тикшереүҙәре һөҙөмтәләре тураһындағы мәғлүмәт прокуратураға йүнәлтелгән.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика