Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-18 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
18 Ноябрь 2011, 17:59
«Өфө» халыҡ-ара аэропорты штат режимында эшләй
Республиканың баш ҡалаһында иртә таңдан яуа башлаған ҡарға ҡарамаҫтан, «Өфө» халыҡ-ара аэропорты штат режимында эшләй. Юл һыҙаттары махсус техникалар ярҙамында ҡарҙан ваҡытында таҙартыла.
— Бөтә рейстар ҙа расписаниеға ярашлы башҡарыла, метеошарттарға бәйле самолеттар осошо менән бер тотҡарлыҡ та юҡ, — тине «Башинформ» агентлығына «Өфө» халыҡ-ара аэропорты асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең йәмәғәтселек менән бәйләнештәр буйынса баш белгесе Таһир Мөхәмәтшин. — Был ҡыш башына хас ҡәҙимге һауа торошо, уға аэропорт хеҙмәттәре алдан әҙерләнде. Беҙҙең авиапредприятие махсус техника менән тулыһынса тәьмин ителгән.
Автор:
Любовь Колоколова
Теги:
өфө аэропорты
Читайте нас