11:01 (UTC+5), 18 Ноября 2011

«Өфө» аэропортында 1 миллион 500 меңенсе пассажир теркәлде

Любовь Колоколова
«Өфө» халыҡ-ара аэропортында бөгөн йыл башынан алып 1 миллион 500 меңенсе пассажир теркәлде. Ул «Аэрофлот» авиакомпанияһы рейсы менән Мәскәүгә командировкаға юлланған өфөлө Максим Ҡасимов булып сыҡты.
Егеткә 25 йәш, авиаташыусыларҙың хеҙмәттәре менән ул бик йыш – кәм тигәндә айына бер тапҡыр файҙалана. Үҙе әйтеүенсә, уға «Өфө» аэропортында хеҙмәтләндереүҙәре оҡшай: бында тыныс, шау-шыу, ығы-зығы юҡ, яғымлы персонал эшләй, осоштар расписаниеһы ла уңайлы.
«Юбилейлы» пассажирға аэропорттан бүләк итеп бизнес-залда бер тапҡыр хеҙмәтләндереүгә, ресторанда ашап сығыуға, аэротакси хеҙмәтенә һәм автомобиль йыуыуға дүрт сертификат тапшырылды. «Аэрофлот» авиакомпанияһынан Максим Ҡасимов плед алды.
Хәтерегеҙгә төшөрәйек, «юбилейлы» пассажирҙарҙы бүләкләү Өфө аэропортында матур йолаға әүерелде. Августа авиапредприятие шулай уҡ Өфө — Мәскәү маршруты буйынса осорға йыйынған миллионынсы пассажирын ҡотлағайны.
«Өфө» халыҡ-ара аэропорты асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең йәмәғәтселек менән бәйләнештәр буйынса баш белгесе Таһир Мөхәмәтшиндың әйтеүенсә, быйыл йәмғеһе 1,7 миллион пассажирҙы хеҙмәтләндереү планлаштырыла. Был уҙған йылдар менән сағыштырғанда пасажирҙар ағымының күпкә артыуын дәлилләй. Мәҫәлән, 2009 йылда «Өфө» аэропорты – 1,2 миллион пассажирҙы, ә 2010 йылда миллион ярым пассажирҙы хеҙмәтләндергән. Аэропортта көн һайын 6000-дән ашыу пассажир хеҙмәтләндерелә. Айырыуса халыҡ-ара йүнәлештәрҙә пассажирҙар артыуы һиҙелә.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика