14:23 (UTC+5), 16 Ноября 2011

Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Туймазы районына һәм Октябрьский ҡалаһына барҙы

«Башинформ» | фото: Олег Яровиков
16 ноябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Туймазы районында һәм Октябрьский ҡалаһында булды.
Туймазы ҡалаһында төбәк башлығы балалар баҡсаһын һәм 9 күп фатирлы йортто йылы менән тәьмин итеүсе яңы типтағы ҡаҙанлыҡ эше менән танышты. Ҡаҙанлыҡ 2009 йылда файҙаланыуға тапшырылған, объект хаҡы — 53 млн һум. Йылытыу пунктының билдәләнгән ҡеүәте сәғәтенә 13 Гигакалорияны тәшкил итә, әлеге йөкләнеше — сәғәтенә 3,3 Гкал. Ҡаҙанлыҡтың запас ҡеүәттәре «Ҡояшлы» биҫтәһендәге яңы төҙөлөүсе торлаҡ йорттарға йылы биреү һәм эҫе һыу менән тәьмин итеү өсөн кәрәк буласаҡ.
Көньяҡ урамында Рөстәм Хәмитов Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү программаһы буйынса капиталь ремонт үткәрелгән күп фатирлы торлаҡ йорттарҙы һәм 60 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһын реконструкциялау барышын тикшерҙе. Элек мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһының туҙған йортонда балалар йорто һәм реабилитация үҙәге урынлашҡан булған. Ремонтҡа республика ҡаҙнаһынан 6,4 млн һум аҡса бүленгән. Әлеге мәлдә төҙөүселәр биҙәү эштәрен тамамлай. Балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, 21 ноябрҙә балалар туплау буйынса эштәр башланасаҡ. Был мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы күреү һәләте насар булған балалар өсөн тәғәйенләнгән, улар менән педагог-дефектологтар эшләйәсәк.
Эш сәфәре сиктәрендә төбәк башлығы Туймазылағы буласаҡ Боҙ һарайы урынын да ҡараны. Бында 2011 йылдың сентябрендә төҙөлөш башланған. Проект буйынса универсаль арена 4 мең квадрат метрҙан ашыу майҙанлы япмалы һырғалаҡты, 818 урынлыҡ трибунаны, кейенеп-сисенеү бүлмәләрен, медицина пунктын, атлетика залын һәм кафены үҙ эсенә аласаҡ. Артабан япмалы теннис корты өсөн өҫтәмә төкәтмә күтәреү планлаштырыла. Объекттың смета хаҡы - 313 млн һум, тип хәбәр итә республика башлығының мабуғат хеҙмәте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика