08:10 (UTC+5), 16 Ноября 2011

Өфөлә инновацион семинарҙа 30 проект ҡараласаҡ

Галина Бахшиева
Өфөлә бәләкәй инновацион бизнесты үҫтереү тәжрибәһенә арналған бушлай семинар асылды. Унда 100-гә яҡын менеджер, инновацион-технологик бизнес консультанттары, шулай уҡ юғары уҡыу йорттары, идара итеүсе компаниялар, инвестиция фондтары, дәүләт структуралары һәм ойошма вәкилдәре ҡатнаша.
Өсөнсө тапҡыр үткәрелгән инновацион семинарҙы ойоштороусылар булып республика Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара академияһы һәм Рәсәй венчур компанияһы сығыш яһай.
— Бына өсөнсө йыл инде Рәсәй венчур компанияһы башланғысы менән бындай семинарҙар үткәрәбеҙ. Инновацион семинарҙың беренсе көнөндә беҙ венчур индустрияһы тураһында һөйләйбеҙ, ә ҡалған ике көндә барлыҡ теләүселәргә уларҙың инновацион технологик проекттары буйынса консультациялар бирәбеҙ. Беҙҙең семинар-тренингта ҡатнашыусы 100 кешенән утыҙы үҙҙәренең эшләнмәләре буйынса консультация алырға теләк белдерҙе, - тип һөйләне «Башинформ» агентлығына семинар спикеры, иҡтисад фәндәре докторы, РФ Хөкүмәте ҡарамағындағы Халыҡ хужалығы академияһының инновацион-технологик бизнес факультеты деканы Владимир Зинов.
Уның һүҙҙәренсә, иң лайыҡлы проекттарға венчур фонды тарафынан инвестициялар һалынасаҡ.
— Беҙҙең ил нисек аҡса эшләй ала? Тәү сиратта сеймал, транспорт схемалары һәм инновацион технологиялар ярҙамында. Аҙҙаҡҡы ресурс тулыһынса үҙләштерелмәгән әле. Минеңсә, Башҡортостан - әүҙем үҫешеүсе төбәк, инновацион үҫеш өсөн уның ҙур потенциалы бар. Беҙҙең семинарҙа алған белемдәрҙе ҡатнашыусылар уңышлы тормошҡа ашырыр, тип ышанабыҙ, - тип өҫтәне Владимир Зинов.
Семинар 18 ноябргә тиклем дауам итәсәк.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика