16:39 (UTC+5), 16 Ноября 2011

Башҡортостанда квалификациялы экологтар әҙерләү системаһын оптималләштереү зарур

Галина Бахшиева
Көн элгәре Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында үткән Йәмәғәт экология советы ултырышында тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм тәбиғәт ресурстарын һаҡсыл файҙаланыу мәсьәләләре тикшерелде.
— Әлеге ваҡытта ил алдында торған яңыртыу буйынса ҙур мәсьәләләрҙе хәл итеү инновацион ысулдарҙы, заманса технологияларҙы һәм фәнни тикшеренеүҙәрҙең барлыҡ тармаҡтарындағы, шул иҫәптән тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендәге йәш ғалимдар һәм белгестәр энергияһын ҡулланыуҙы талап итә, - тип иҫәпләй геология-минералогия фәндәре докторы, Бөтә Рәсәй тәбиғәтте һаҡлау йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе Сабир Мостафин.
Бөгөнгө көнгә республиканың ете ғилми учреждениеһында экологик тикшеренеүҙәр алып барыла. Төбәктең ете юғары уҡыу йортонда экология буйынса белгестәр әҙерләнә, тип хәбәр иттеләр министрлыҡтың матбуғат хеҙмәтенән.
Сабир Мостафин тотороҡло үҫеш стратегияһын һөҙөмтәле тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итеү, республикала тирә-яҡ мөхит сифатына идара итеүҙе һәм прогнозлауҙы оптималләштереү өсөн үҙ тәҡдимдәрен еткерҙе. Атап әйткәндә, ул тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһе өсөн квалификациялы белгестәр әҙерләү системаһын оптималләштерергә тәҡдим итте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика