10:19 (UTC+5), 15 Ноября 2011

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы халыҡҡа иң «популяр» янғын сәбәптәре буйынса мәғлүмәт бирә

Ольга Мортазина
Янғын инспекторҙары һәм дежур ҡарауылдарҙың шәхси составы традицион көҙгө рейтарға сыҡты. Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре «Торлаҡ» иҫкәртеү акцияһын үткәрә. Бында шәхси секторға айырым иғтибар бирелә.
— Практиканан күренеүенсә, шәхси хужалыҡтарҙа йәшәүселәр биш йыш янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен һанға һуҡмай. Электр селтәренә тоташҡанда электр ҡорамалдарын дөрөҫ монтажламау һәм ихаталағы ҡаралтылар араһында тейешле ара ҡалдырмау йыш күҙәтелгән ҡағиҙә боҙоуҙарҙан һанала. Ҡышҡы янғындарҙың иң «популяр» сәбәптәре — төҙөк булмаған мейестәр һәм һүндерелмәй ҡалған электр приборҙары, — тип аңлаттылар Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән.
Рейд барышында янғын һүндереүселәр йорт-хужалыҡтар буйынса йөрөп, торлаҡты тикшерә, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртә һәм һаҡлыҡ сараларын күреү кәрәклеген хәтергә төшөрә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика