Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.05
+0.83
92.66
+0.67
62.51
+0.52
3+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
14 Ноябрь 2011, 17:00

Киләһе йылда Өфөнән Прагаға осоштар планлаштырыла

Киләһе йылдың апрелендә «Өфө» аэропортынан Прагаға рейстар башҡарыу планлаштырыла. Әлеге ваҡытта рөхсәт биреүсе документация әҙерләнә.
Башҡортостан Хөкүмәте, «Өфө» халыҡ-ара аэропорты» асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм Чехияның «Czech AirLines» авиакомпанияһы вәкилдәре ҡатнашлығында һөйләшеүҙәр үткәрелгән. Был хаҡта интернет-ҡулланыусылар менән үткән онлайн-конференция барышында Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Андрей Быковский хәбәр итте.
«Өфө» халыҡ-ара аэропорты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең йәмәғәтселек менән бәйләнештәр буйынса баш белгесе Таһир Мөхәмәтшиндың аңлатыуынса, был яҡын арала үҙләштереләсәк берҙән-бер йүнәлеш түгел. БДБ илдәренең баш ҡалаларына, мәҫәлән, Киев менән Минскиға, тура рейстарға ихтыяж бар.
Чехияға осоштарға килгәндә иһә, пассажирҙарға шенген визаһы талап ителеүен күҙ уңында тоторға кәрәк.
Автор: Любовь Колоколова
Читайте нас