04:10 (UTC+5), 14 Ноября 2011

Башҡортостан халҡы 307 кешегә артты

Ғәлиә Нәбиева
Башҡортостан статистиктары халыҡ иҫәбенә бәйле мәғлүмәттәрҙе баҫтырҙы. Уларҙан күренеүенсә, туғыҙ айҙа республика халҡының тәбиғи артыуы 307 кешене тәшкил иткән. Быйыл республикала 41708 кеше тыуған, был уҙған йылға ҡарағанда 2,3 процентҡа аҙыраҡ. Республиканың алты ҡалаһында һәм 14 районында тыуым артыуы күҙәтелә.
Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, 2011 йылда 41401 кеше мәрхүм булған. Уҙған йыл менән сағыштырғанда вафат булғандар иҫәбе 301 кешегә артҡан. Әүәлгесә республикала ҡан әйләнеше системалары ауырыуҙарын үлеүселәр иң күбен тәшкил итә (49,7%). Бәхетһеҙ осраҡтарҙан, ағыуланыу, травмалар алыуҙан һәләк булғандар өлөшө лә ҙур - 10,9%, яман һәм яман булмаған шеш ауырыуҙарынан да күп үләләр (10,8%).
Дөйөм алғанда республикала яңы тыуған сабыйҙар иҫәбе үлгәндәрҙән 0,7 процентҡа күберәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика