05:05 (UTC+5), 11 Ноября 2011

Республиканың вакансиялар банкы 1,7 тапҡырға артып, 33000 самаһы берәмекте тәшкил итте

Галина Бахшиева
Йыл башы менән сағыштырғанда республикала вакансиялар банкының тулыланыуына бәйле хәлдәр һиҙелерлек яҡшырҙы. Башҡортостандың Халыҡты эш менән тәьмин итеү дәүләт хеҙмәте идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, төбәктәге буш эш урындары иҫәбе 1,7 тапҡырға артып, ноябрь башында 33 меңгә тиерлек еткән. Тимәк, хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнешлек коэффициенты йәғни эшһеҙҙҙәр менән вакансиялар иҫәбенең нисбәте 2,1-ҙән 0,9-ға тиклем кәмегән.
Республикала эшсе һөнәрҙәре буйынса вакансиялар өлөшө әүәлгесә ҙур булып ҡала, бөгөн ул 80 проценттан ашыуҙы тәшкил итә. Шул уҡ ваҡытта буш эш урындары, теүәлерәк әйткәндә, 78 процент, йәшәү минимумынан кәм хеҙмәт хаҡын күҙ уңында тота.
Хәҙерге хеҙмәт баҙарында иң ҙур һорау менән ҡулланғандар иҫәбендә һаман да төҙөүсе һөнәрҙәре – арматурасы, бетонсы, ташсы, штукатур, маляр һәм слесарь-сантехник күрһәтелгән. Башҡа тармаҡтарға килгәндә иһә, әлеге мәлдә токарҙар, фрезеровщиктар, киң профилле механизаторҙар, һатыусылар, шулай уҡ табиптар, шәфҡәт туташтары һәм зоотехниктар дефицит һанала.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика