05:46 (UTC+5), 11 Ноября 2011

Малайзия делегацияһы менән КүмАПП араһында хеҙмәттәшлек итеү буйынса ниәттәр тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды

Марина Шумилова
Күмертау авиация производство предприятиеһы менән Малайзияның рәсми делегацияһы араһында «Артабан хеҙмәттәшлек итеү буйынса ниәттәр тураһында» килешеүгә ҡул ҡуйылды. Документҡа Күмертау авиация производство предприятиеһының идарасы директоры Сергей Микрюков һәм делегация етәксеһе - Паханг штатының баш министры Аднан бин Хаджи Якоб ҡул ҡуйҙы.
Килешеүгә ҡул ҡуйғанға тиклем делегация Күмертау авиация производство предприятиеһы продукцияһы менән ентекләп танышты. Ҡала хакимиәтенең конференц-залында предприятиела сығарылған вертолеттарҙың күрһәтмә осоштары менән видеороликтар күрһәтелде. Малайзиянан килгән ҡунаҡтар «Ротор» тәжрибә-конструкторлыҡ бюроһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә булды, унда «Rotorfly» вертолетының техник характеристикалары менән танышты, тип хәбәр итә Күмертау хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика