07:23 (UTC+5), 09 Ноябрь 2011

Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Мәсетле районында йөрөй

"Башинформ"
9 ноябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Мәсетле районына эш сәфәре барышында район үҙәге Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы мебель фабрикаһында булды.
Предприятие «Ағиҙел» Башҡортостан художество промыслалары берекмәһенең элекке цехтары нигеҙендә ойошторолған. Әле бында корпуслы һәм йомшаҡ мебель етештерелә. 2010 йылда етештереү күләмдәре 22 млн һум тәшкил иткән. Оло Ыҡтамаҡ мебель фабрикаһының продукцияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында, шулай уҡ Свердловск һәм Силәбе өлкәләрендә һатыла.
Рөстәм Хәмитов предприятиеның производство циклы менән танышты, хеҙмәткәрҙәрҙең эш шарттары һәм хеҙмәт хаҡы менән ҡыҙыҡһынды. Эш хаҡының 10 мең һум булыуы асыҡланды. Предприятие планында – производствоны киңәйтеү һәм яңы эш урындары булдырыу.
Республика Президенты әҙер продукция өлгөләре менән танышты, мебель эшләүҙә ҡулланылған материалдар экологик яҡтан хәүефһеҙме-түгелме, тип ҡыҙыҡһынды. Производство хеҙмәткәрҙәре сеймалдың сертификатланған булыуы һәм экологик хәүефһеҙлек талаптарына яуап биреүе хаҡында хәбәр итте.
Кесе Ыҡтамаҡ ауылында Башҡортостан Президенты «Төҙөлөш материалдары» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең кирбес заводы эшмәкәрлеге менән танышты.
Предприятие оҙаҡ ваҡыт эшһеҙ торған. Былтыр ноябрҙә яңы инвестор килгәс, ул ҡайтанан тергеҙелә башлаған. Был арала производство циклы көйләнгән. Әле кирбес етештереү күләме тәүлегенә 12-13 мең данаға етә. Производствоға инвестициялар 90 млн һум тәшкил иткән. Предприятие планында - республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарында кирбескә ихтыяжды тулыһынса тәьмин итеү.
Рөстәм Хәмитов предприятие хужаларынан, кредит ресурстарынан файҙалана алаһығыҙмы-юҡмы, тип ҡыҙыҡһынды. Асыҡланыуынса, займ шарттары эшҡыуарҙарҙы ҡәнәғәтләндереп бөтмәй икән. Башҡортостан Президенты Мәсетле районы хакимиәте башлығы Иван Могильниковҡа предприятиеға «аяҡҡа баҫырға» ярҙам итергә ҡушты, тип хәбәр итә республика башлығының матбуғат хеҙмәте.
1 из 20
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика