08:55 (UTC+5), 09 Ноябрь 2011

Октябрҙә аҙыҡ-түлеккә 0,5 процентҡа хаҡ күтәрелгән

Ғәлиә Нәбиева
Республикала бер айҙа аҙыҡ-түлеккә 0,5 процентҡа хаҡ артҡан. Башҡортостанстат октябрҙәге ҡулланыусылар хаҡтары индексын баҫтырып сығарҙы. Статистиктар мәғлүмәттәренә ярашлы, аҙыҡ-түлеккә ҡарамаған тауарҙарға 0,6 процентҡа хаҡ артҡан, тауар һәм хеҙмәттәр октябрҙә 1,4 процентҡа ҡыйбатланған.
Хәтерегеҙгә төшөрәйек, август һәм сентябрҙә статистиктар республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар төшөүен билдәләгәйне. Бөтә төр тауар һәм хеҙмәттәргә ҡулланыусылар хаҡтары индексы сентябрҙә авгусҡа ҡарата 99,9 процентты тәшкил итте. Туҡланыу продукттары ул саҡта бер айҙа 1 процентҡа арзанайғайны. Октябрҙәге мәғлүмәттәр буйынса, аҙыҡ-түлеккә бер аҙ хаҡтар күтәрелеүе күҙәтелә.
Йыл башынан алып тауар һәм хеҙмәттәргә ҡулланыусылар хаҡтары индексы Башҡортостанда 105,6 процентты тәшкил иткән. Рәсәй буйынса уртаса алғанда был күрһәткес 105,2% тәшкил итте. Волга буйы федераль округы буйынса иң түбән индекс Һарытау өлкәһендә — 104,3%. Киров өлкәһендә — 105,9%.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика