12:41 (UTC+5), 08 Ноября 2011

Рөстәм Хәмитов һәм Сергей Степашин Өфөлә ремонтланған торлаҡ йорттарҙы ҡараны

Галина Бахшиева
Бөгөн Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәм республикаға визит менән килгән Рәсәй Иҫәп палатаһы рәйесе Сергей Степашин Өфөлә ремонтланған торлаҡ йорттарҙы ҡараны. Баш ҡаланың күп фатирлы йорттарына капиталь ремонт Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды бүлгән аҡсалар ярҙамында үткәрелде.
Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, республикала авария хәлендә булған һәм капиталь ремонт талап иткән йорттар әле күп. Әммә был йүнәлештә ыңғай үҙгәрештәр бар. «Яйлап булһа ла, был ауыр хәлдән сығыу юлдарын табабыҙ», - тине республика башлығы.
Шулай итеп, бөгөнгө көнгә Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды иҫәбенә Өфөлә генә ремонт талап иткән 5500 торлаҡ йорттан 500-ҙән ашыуы йәки 10 проценты ремонтланған. Улар араһында – Әй урамындағы дүрт күп фатирлы йорт.
— Бөгөн беҙ айырым йорттар буйынса башҡарылған эштәр тураһында отчет бирҙек. Бик ҙур эштәр эшләнде, - тип һөйләне Өфө ҡалаһы Совет районының Торлаҡ хужалығы идаралығы директоры Илдар Ардаширов. Уның һүҙҙәренсә, 70-се йылдар башында төҙөлгән йорттарға капиталь ремонт ғөмүмән эшләнмәгән. Һәр береһенә ремонт үткәреү өсөн уртаса 14 миллион һум самаһы аҡса киткән.
Рәсәй Иҫәп палатаһы рәйесе Сергей Степашин күргәндәре менән ҡәнәғәт ҡалды һәм, йорттарға бер йыл элек үткәрелгән капиталь ремонттан һуң торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тарифтары буйынса экономия һиҙеләме, тип ҡыҙыҡһынды. Илдар Ардаширов һөйләүенсә, бөгөнгө көнгә экономия 28 процент тәшкил итә.
Халыҡ башҡарылған эштән бик ҡәнәғәт, сөнки йорттарҙа хәҙер таҙа ла, иң мөһиме – йылы ла.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика