Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.31
-0.38
98.47
-0.09
83.75
+0.22
6+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
8 Ноябрь 2011, 10:15

Нефтекамала ун йәш ғаилә торлаҡ һатып алыуға субсидиялар алды

«Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү» программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Нефтекама ҡалаһы ҡала округы хакимиәтендә торлаҡ һатып алыуға субсидияға сертификаттар тапшырыу тантанаһы үтте.
Федераль һәм республика бюджеттарынан бүленгән дөйөм алғанда 5,5 миллион һум суммалыҡ сертификаттарҙы ун йәш ғаилә аласаҡ. Ҡала округы хакимиәте башлығы Владимир Громов, сертификаттарҙы тапшырып, йәш нефтекамаларға буласаҡ йорттарында йылы һәм йәмле булыуын, тыуған ҡала именлегенә хеҙмәт итеүҙә артабан уңыштар теләне, тип хәбәр итә ҡала округы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.
Автор:Марина Шумилова
Читайте нас: